Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә халыҡтың килеме 9,9 процентҡа кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында республикала уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 25 311,6 һум тәшкил иткән. Ошо осорҙа реаль эш хаҡы 2014 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарына ҡарата — 90,1, Рәсәй буйынса 90,8 процент булған.

Статистиктар билдәләүенсә, аҡсалата килем халыҡтың төп йәшәү күрһәткестәренең береһе булып тора. Былтыр Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, халыҡтың реаль килеменең кәмеүе теркәлгән.

2015 йылда республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле илдәгегә ҡарағанда юғарыраҡ булған. Статистика органдарының Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методикаһы буйынса үткәргән тикшереү материалдары ошо хаҡта һөйләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть