4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2016 йыл, 13:32

Республиканың баш ҡалаһы һәм «Бөтә Өфө» телеканалы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

фото: «Бөтә Өфө» телеканалы, Өфө хакимиәте | видео: «Бөтә Өфө» телеканалы

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы майҙансығында «Киң мәғлүмәт саралары сағылышындағы ҡала-2015» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Бөтә Өфө» телеканалының баш мөхәррире Булат Тереғолов хәбәр итте.

«Бөтә Өфө» телеканалы беренсе дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында журналистарыбыҙ Элина Хәирова менән Светлана Нәзирова бар. «Визит в Поднебесную: Уфа — Цицикар — Шэньян» фильмы, «Уфимский городовой» программаһы «Евразия иҡтисади союзы: беренсе йыл. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тәжрибәһе һәм мөмкинлектәре» һәм «Ҡала менән һөҙөмтәле идара итеү — халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү» номинацияларында билдәләнде», — тип һөйләне Булат Тереғолов.  

Халыҡ-ара жюри республиканың баш ҡалаһын билдәләп үтте. Өфө туристар, тыуған яҡ йүнәлешендәге методик эш, яңы тыуған балаларҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү, «Йыһан мәктәбе» проектын, «Бергәләп сәләмәт киләсәк өсөн» программаһын тормошҡа ашырған өсөн диплом менән бүләкләнде. Ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүҙе әҙерләүгә өлөш индергән өсөн миҙал тапшырылды.

«Ҡала биш номинацияла өс дипломға лайыҡ булды, — тип билдәләне баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов. — Был тиклем күп наградалар алғаныбыҙ булманы. Ҡала округын, Өфөнөң Октябрь районын ҡотлайым».