Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яҙғы сессияһы пленар ултырыш менән асылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы тәүге ултырышы асылды. Депутаттар 50-нән ашыу мәсьәләне ҡарарға ниәтләй, шуларҙың 29-ы – республика закондары проекты. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев «Башҡортостан Республикаһында ҡануниәттең торошо тураһында» тигән доклад менән сығыш яһай.

Пленар ултырыштың көн тәртибендәге биш һорау мировой судья вазифаларына кандидатуралар, 14-е федераль закон проекттарына бәйле. Ике мәсьәлә республикала мәғариф һәм күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт үткәреү тураһында ҡануниәтте бойомға ашырыу буйынса парламент тыңлауҙарын уҙғарыу даталарын билдәләүҙе күҙ уңында тота.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында»ғы Федераль закондың 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса закон сығарыу башланғысын ҡарау планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть