5 декабрь, Дүшәмбе

28 ғинуар 2016 йыл, 11:32

Рөстәм Хәмитов Өфө приборҙар эшләү берекмәһе һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 27 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ростех» дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиелары етәкселәре менән бергә «Өфө приборҙар эшләү берекмәһе» акционерҙар йәмғиәте һәм «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.

«Өфө приборҙар эшләү берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры Марат Бәҙғетдинов стратегик исемлеккә индерелгән предприятиеның авиация һәм йыһан тәғәйенләнешендәге, нефть һәм газ йүнәлешендәге продукция әҙерләүгә махсуслашыуы хаҡында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов «Ростех» дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиелары етәкселәре менән бергә Өфө приборҙар эшләү берекмәһендә «2011-2020 йылдарҙа Рәсәйҙең оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, авиация һәм йыһан техникаһын йыйыу цехтарын ҡараны. Бында самолеттарҙың һәм вертолеттарҙың төрлө төрҙәре өсөн авиация ҡорамалдары, шулай уҡ «Союз», «Прогресс» йыһан караптары өсөн приборҙар эшләйҙәр.

Һуңынан республика Башлығы Өфө приборҙар эшләү берекмәһенең хеҙмәт коллективы һәм профсоюз вәкилдәре менән осрашты. Осрашыу барышында берекмәне техник яҡтан йыһазландырыу, етештерелгән продукцияның ассортиментын киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

«Был предприятие беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һис шикһеҙ, һеҙ предприятиеның элекке данын ҡайтарыу хаҡында хыялланаһығыҙ. Беҙ яңыртыу юлына аяҡ баҫтыҡ».

Артабан Рөстәм Хәмитов «Ростех» дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиелары етәкселәре менән бергә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең инженер-етештереү комплексында, йыйыу цехында булды.