8 декабрь, Кесе йома

28 ғинуар 2016 йыл, 10:14

Төбәктә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ярҙамында пенсия квитанцияларында реклама урынлаштырыу туҡтатылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 февралдән «Рәсәй почтаһы» филиалы пенсия квитанцияларында реклама материалдарын урынлаштырыуҙы туҡтата. Ҡарар Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары һәм Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе талабы буйынса ҡабул ителде.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында әйтеүҙәренсә, пенсия һәм башҡа социль түләүҙәрҙең квитанцияларында йылына 25 процентлыҡ килем вәғәҙәләгән кредит ҡулланыусылар кооперативының рекламаһын урынлаштырыу йәмәғәтселек араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Кешеләр вәғәҙә ителгән килем урынына үҙҙәренең йыйған аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал, тип борсола «фронтовиктар».

«Рәсми ҡағыҙҙарға ышанып өйрәнгән оло быуын кешеләре ышаныслы ойошма хаҡында һүҙ бара тип уйлай, — тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы ағзаһы, төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова. — Ошондай документтарҙа реклама урынлаштырыу принцибы пенсионер өсөн эш итеүгә нигеҙ булып тора».

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары алданған өлөшсөләр статусында ҡалмаҫ өсөн халыҡты кредит ойошмаларын һайлағанда иғтибарлы булырға өндәй. «Фронтовиктар» хәлде етди күҙәтеүгә алған. Февралдә йәмәғәтселәр пенсия квитанцияларын яңынан тикшерергә ниәтләй.