Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ҡалаларында тәүге тапҡыр «Өфөнөң йәш виртуоздары» фестивале ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 апрелдән 19-на тиклем Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Өфөнөң йәш виртуоздары» фестивале уҙғарыла. Был сарала һәләтле музыканттар — Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡыусылары, Мәскәү һәм Санкт-Петербург консерваториялары студенттары, Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары ҡатнаша.

Йәш башҡарыусылар ҡатнашлығында фестиваль үткәреү тәҡдиме менән Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фонды сығыш яһаны. Ошо сарала төбәк халҡы ҡасандыр Өфөнән Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Европаға уҡырға киткән һоҡланғыс музыканттарыбыҙ хаҡында ла белә аласаҡ.

«Йәш башҡарыусыларҙың музыка фестивале идеяһы Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы фонды өсөн Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда, Санкт-Петербург филармонияһының бәләкәй залында ойошторолған сағыу концерттарҙың, Өфөлә стипендиаттарыбыҙ ҡатнашлығындағы «Мәскәү виртуоздары» концертының дауамы булды. Был концерттар йәш музыканттарҙың, баш ҡала уҡытыусыларының кимәле юғары булыуын раҫланы», — тип хәбәр итте фондтың директоры Ғәлиә Камаева.

Концерттарҙан тыш, йәш музыканттар, Мәскәү һәм Санкт-Петербург консерваториялары студенттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы музыка мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Мәҙәни программала художество мәктәптәрендә уҡыусыларҙың һынлы сәнғәт күргәҙмәләрен ойоштороу ҡаралған.

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть