11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2016 йыл, 16:45

Республикала автобус маршрутын мобиль ҡушымта ярҙамында күҙәтергә мөмкин

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы автобусының маршрутын «Асыҡ транспорт» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында күҙәтергә мөмкин. Ҡушымта төбәк биләмәһендә ғинуарҙан бирле эшләй. Унда Өфө һәм республиканың башҡа ҡалаларындағы маршруттар бар.  

Ҡушымтаның «Һайланма» тигән бүлегендә өйгә йәки уҡыған урыныңа тиклем маршрут төҙөргә була. Был уларҙы эҙләү өсөн ваҡытты аҙыраҡ сарыф итергә мөмкинлек бирә. «Асыҡ транспорт» Android операция системаһы нигеҙендә эшләгән ҡоролмалар өсөн бушлай таратыла.

Проектты «Транспорт навигация үҙәге» акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән. 2016 йылда ҡушымта яңы ҡалалар, транспорт төрҙәре һәм маршруттар менән тулыландырыласаҡ.