5 декабрь, Дүшәмбе

27 ғинуар 2016 йыл, 16:09

Төбәктә электричкала йөрөү өсөн студенттар һәм уҡыусыларға 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙар компанияһы поездарында студенттар һәм уҡыусылар өсөн льготалар ғәмәлдә. Был категорияға урта махсус уҡыу йорттарында, мәктәп-интернаттарҙа уҡыусылар ҡарай. Льгота 15 июнгә ҡәҙәр, һуңынан 1 сентябрҙән 31 декабргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Транспорт компанияһында әйтеүҙәренсә, пассажирҙарҙың һәр унынсыһы тиерлек уҡыусы. Документтар тултырғанда студент, уҡыусы билеттарын йәки мәктәптән белешмә ҡағыҙын тапшырырға кәрәк.

Мәҫәлән, уҡыусылар өсөн «Толпар» ҡала электричкаһында Дим станцияһынан Шакшаға тиклем барыу туғыҙ һумға төшәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат секретары Сергей Спатар.