Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Рәсәй саңғыһы»на әҙерлек бара

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Саңғы спортын үҙ итеүселәр «Рәсәй саңғыһы-2016» бөтә Рәсәй ярышына әҙерләнә. Өфөнөң Ленин районында ул 19 февралдә уҙа. Ярыштарҙа ҡатнашырға, көйәрмән булырға теләүселәрҙең барыһын да Затон биҫтәһендәге «Водник» стадионына саҡырабыҙ, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Байрам сәғәт 3-тә асыла.

Ярыштар төркөмдәр буйынса ойошторола: беренсе төркөм — дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары, икенсеһе — уҡыу йорттары студенттары, өсөнсөһө — предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, дүртенсеһе — предприятие һәм ойошма етәкселәре, спорт ветерандары. Арауыҡ бөтә төркөмдәр өсөн дә ике саҡрым тәшкил итә.

Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар 17 февралгә тиклем Ленин районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитетында ҡабул ителә. Адресы: М.Кәрим урамы, 19, 312-се бүлмә. Телефон: 229-04-47.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть