4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2016 йыл, 14:52

Баш ҡалала БРИКС илдәрендәге хеҙмәт министрҙары декларацияға ҡул ҡуйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә БРИКС илдәрендәге хеҙмәт министрҙары декларацияға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Көньяҡ Африка Республикаһындағы тармаҡ министрҙарының ике көнлөк осрашыуы ошо мөһим халыҡ-ара документты ҡабул итеү менән тамамланды.

Декларацияға ҡул ҡуйғанда, биш илдең министрҙары социаль партнерҙарҙың хеҙмәт һәм мәшғүллек өлкәһендә сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға индергән өлөшөн юғары баһалап, социаль диалогтың мөһим ролен һәм коллектив килешеүҙәрҙең әһәмиәтен билдәләне. Документтағы пункттарҙың береһе етештереүҙә яңы технологиялар индереүгә ҡағыла, был хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ. Декларацияла хеҙмәт баҙарын рәсмиләштереү мөһим урын биләй. Министрҙарға рәсми булмаған мәшғүллек проблемаларын хәл итеү өсөн Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының тәҡдимдәрен күҙ уңында тотоу бурысы йөкмәтелде. Ҡабул ителгән декларацияның төп ҡаҙаныштарының береһе  —  БРИКС илдәре араһында мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлеге, тип иҫәпләй министрҙар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының осрашыуы тәүге тапҡыр уҙғарылды. Ул Рәсәйҙең БРИКС-та рәйеслек итеү барышында ойошторолған һуңғы сара булды. Кисә Өфөлә ошо халыҡ-ара ойошмала рәйеслек итеү бурысы Һиндостанға тапшырылды, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.