9 декабрь, Йома

27 ғинуар 2016 йыл, 12:36

Республикала спорт комплексын төҙөкләндереүгә 94,6 миллион һум инвестициялана

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте физик культураны һәм спортты үҫтереү өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проект Стәрлетамаҡта «Спортакадемия» комплексын төҙөкләндереүҙе һәм кәрәкле инфраструктура төҙөүҙе күҙ уңында тота. Инвесторы — «Востокнефтезаводмонтаж» акционерҙар компанияһы. Капитал һалыуҙың күләме 94,6 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк.

Килешеү буйынса шәхси партнер объектты проектларға, төҙөкләндерергә һәм файҙаланыуға тапшырырға тейеш. Уның инвестициялары иҫәбенә капитал һалыуҙар һәм эксплуатация сығымдары тулыһынса финансланасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.