11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2016 йыл, 12:00

Башҡортостанда Ленинградты блокаданан ҡотҡарыу көнөндә патриотик акция ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн Ленинградты фашистарҙың блокадаһынан тулыһынса азат итеүгә 72 йыл тула (1944 йыл). Иҫтәлекле дата уңайынан көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфөләге Еңеү паркында митинг башлана. Тәүҙә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була. Теләүселәр республика Хәрби Дан музейына бушлай инә аласаҡ, эҙәрмән отрядтары ирекмәндәре иһә 125 грамлыҡ «блокада» икмәген таратасаҡ.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, патриотик акция йәштәр Бөйөк Еңеүҙең хаҡын онотмаһын, ысын тарихты белһен өсөн уҙғарыла. 1941 йылда Гитлер Ленинградты ҡамауға ала. 1943 йылдың 18 ғинуарында ҡулса, ниһайәт, өҙөлә һәм ҡала менән бәйләнеш булдырыла. 1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре 900 көн дауам иткән блокаданы өҙә.

Ленинград янындағы алыштарҙа Башҡортостандан меңдәрсә яугир ҡатнаша, күптәре һәләк була. Йыл һайын республиканың эҙәрмән отрядтары Ленинград өлкәһенә экспедицияға бара, ошо һалдаттарҙың һөлдәләрен таба һәм кемдәрҙең медальоны йәки наградаһы һаҡланған, шуларҙың шәхесен асыҡлай.