6 декабрь, Шишәмбе

27 ғинуар 2016 йыл, 10:46

Өфөлә популяр йырсы, «Тыуған яҡ» хитын башҡарыусы Вәсилә Фәттәхова арабыҙҙан китте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 ғинуарҙа Өфөлә популяр йырсы, «Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш», «Атайым» хиттарын башҡарыусы Вәсилә Фәттәхова арабыҙҙан китте.

Бөгөн төндә социаль селтәрҙәрҙә йырсының яҡын дуҫтары ошо хаҡта хәбәр итте. 2015 йылдың 27 декабрендә уның икенсе сабыйы — ҡыҙы донъяға килде, шунан һуң ҡатмарлыҡтар башланды. Төрлө дауаханаларҙа операция үткәргәндән һуң ул Республика клиник дауаханаһында вафат булды.

Вәсилә Фәттәхова Белорет ҡалаһында тыуған. Учалы сәнғәт колледжының хор бүлеген тамамлаған, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡыған. Эстрадала танылған йырсы Айҙар Ғәлимовтың төркөмөндә эшләй башлай.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, ул күп йылдар эстрадала эшләне, татар һәм башҡорт телдәрендә йырланы. Йырсы моңло тауышы менән миллиондарса тамашасыны әсир итте. Вәсилә Фәттәхованың тәүге башҡарған йыры республикала ҙур популярлыҡ яуланы. Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡорт, татар телдәрен белмәүселәр ҙә хәтерендә ҡалдырҙы.

Йырсы иртәгә Өфөлә ерләнәсәк, аныҡ урыны һәм ваҡыты һуңғараҡ билдәле буласаҡ.

темалар: юғалтыуҙар