7 декабрь, Шаршамбы

27 ғинуар 2016 йыл, 9:55

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының генераль директоры Гай Райдер менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының генераль директоры Гай Райдер менән осрашты. Осрашыу барышында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү һәм лайыҡлы эш шарттарын булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Күптән түгел илебеҙ баҙар иҡтисадына күскән илдәр төркөмөнә инде. 30 йыл элек Советтар Союзында был мәсьәләләр икенсе төрлө хәл ителде. Хәҙер һеҙҙең менән үҙ-ара килешеп эш итергә тейешбеҙ. Тиҙҙән абруйлы ойошмағыҙ йөҙ йыллығын билдәләйәсәк, һеҙ баҙар шарттарында нисек эшләргә, ошо эшмәкәрлекте нисек ойошторорға кәрәклеген беләһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, халыҡтың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу өҫтөндә бергәләп эшләргә кәрәк. Лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итеү, зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттары булған эш урындарын ҡыҫҡартыу зарур.

Гай Райдер БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының осрашыуын юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн республика Башлығына рәхмәт белдерҙе.

– Лайыҡлы хеҙмәт һәм эш урындарын тәьмин итеү – дәүләт үҫешенең нигеҙе ул, – тине Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының генераль директоры. – Бында килгәс, 2013 йылда уҡ Башҡортостанда халыҡ өсөн лайыҡлы хеҙмәт программаһының ҡабул ителеүе хаҡында белдем. Һеҙҙең программала өҫтөнлөктәр аныҡ билдәләнгән һәм ҡаҙаныштарға мониторинг үткәреү өсөн тейешле механизмдар тәҡдим ителгән.