Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала тышҡы сауҙа әйләнеше 721 миллион долларға кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Былтыр төбәктә тышҡы сауҙа әйләнеше 2014 йыл менән сағыштырғанда 721 миллион АҠШ долларына кәмегән. Был хаҡта матбуғат конференцияһында Башҡортостан таможняһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Марат Сафиуллин һөйләне.

«2015 йылда республикала тышҡы сауҙа әйләнеше 1,78 миллиард доллар тәшкил иткән. Шул иҫәптән экспорт — 1,4 миллиард доллар, импорт — 351 миллион доллар», — тип хәбәр итте Марат Сафиуллин.

Физик күләм йәки тоннаж хаҡында һүҙ алып барғанда, экспорт 8 процентҡа, импорт яртылаш тиерлек кәмегән.

«Контрагент илдәрҙең һаны бик үҙгәрмәгән. 2014 йылда улар 104 булһа, 2015 йылда — 99. Экспортта ла, импортта ла Ҡытай төп өлөштө биләй», — тип билдәләне Башҡортостан таможняһы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Мосалев.

Ҡытай, Һиндостан, Финляндия — экспортта партнерлыҡ өлкәһендә лидер. Тауар индереү буйынса — Ҡытай, Евросоюз илдәре (Германия, Франция), АҠШ.

Теги: таможня
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть