11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2016 йыл, 17:02

«Өфө» аэропорты — осоштарҙың хәүефһеҙлеге буйынса Волга буйы федераль округында лидер

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Уҙған йылда 2 миллион 313 мең 358 кеше баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы хеҙмәттәре менән файҙаланған (2014 йылға ҡарата 3 процентҡа аҙыраҡ). Эске һауа юлдарында — 1 857 376 (14 процентҡа күберәк), халыҡ-ара һауа линияларында 455 982 пассажир (39 процентҡа аҙыраҡ) хеҙмәтләндерелгән.

Компанияның матбуғат үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, былтыр осоштарҙың даимилығы 90 проценттан артҡан. Аэропорт — осоштарҙың хәүефһеҙлеге буйынса Волга буйы федераль округында лидер. Үткән йыл менән сағыштырғанда, пассажирҙарҙан ялыуҙар 35 процентҡа аҙайған.

Эске һауа юлдарында Мәскәү, Симферополь, Сочи, Нижневартовск, Яңы Уренгой һәм Санкт-Петербург ҡалаларына рейстар ҙур һорау менән файҙаланған. Элекке йылдарҙағы кеүек үк «Өфө — Ҡазан» рейсы популяр төбәк маршруты булып ҡала. Халыҡ-ара линияларҙың лидерҙары — Ларнака, Бангкок, Пхукет.

Былтыр «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Волга буйы федераль округында тәүгеләрҙән булып ике миллионынсы пассажирҙы теркәне. 2015 йылдың июнендә баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы терминалдар инфраструктураһы һәм пассажирҙар сервисының сифаты өсөн «АвиаПорт» агентлығының «дүрт йондоҙло» баһаһына лайыҡ булды.