Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала фоторәссам Рәиф Баҙиҡовтың күргәҙмәһе ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Йома, 29 ғинуарҙа, Өфөләге ВДНХ-Экспо комплексында танылған фоторәссам, «Республика Башкортостан» гәзитенең легендар фотохәбәрсеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Рәиф Баҙиҡовтың күргәҙмәһе асыла. «Кадрға сумыу» тип аталған күргәҙмә оҫтаның 70 йәшлек юбилейына арналған. Унда фоторәссамдың иң яҡшы 70 эше урын аласаҡ.

«Шәхси күргәҙмәмде һәр биш йыл һайын ойошторорға тырышам. Унда миңә нисә йәш, шунса фотоһүрәттәр ҡуям. Биш йыл элек 65 булһа, хәҙер — 70, биш йылдан 75, һуңынан 80 буласаҡ. Уларҙың һанын 100-гә еткергәндә лә шәп булыр ине», — тине «Башинформ» агентлығына Рәиф Баҙиҡов.

Күргәҙмә көндөҙгө сәғәт 4-тә асыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть