11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2016 йыл, 15:05

Төбәктә бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы мәсьәләләре буйынса бюджет учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн «ҡыҙыу линия» асылды. Мөрәжәғәттәр (347) 218-06-57 (Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт хаҡын түләү һәм йәшәү кимәле бүлеге) телефоны буйынса ҡабул ителә.

«Ҡыҙыу линия» эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Тәнәфес көндөҙгө — 1-ҙән 2-гә тиклем.

Мәсьәләне хәл итеү өсөн шылтыратыусы үҙе, ойошма хаҡында мәғлүмәттәр ҡалдырырға тейеш, тип аңлатма бирҙеләр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.