4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2016 йыл, 14:43

Өфөлә Ғабдулла Туҡайҙың әҫәрҙәре буйынса фильм төшөрөүгә әҙерлек башланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә танылған татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың әҫәрҙәре буйынса фильм төшөрөүгә әҙерлек башланды. «Р.И.Продакшн» киностудияһы социаль селтәрҙәрҙә Туҡайҙың ижадына битараф булмаусылар өсөн конкурс иғлан итте һәм персонаждарҙың эскизын, һыҙмаһын, һүрәттәрен ебәреүҙәрен һорай.

Киностудияның етәксеһе, билдәле режиссер һәм кинооператор Рияз Исхаҡов хәбәр итеүенсә, ул уйын фильмын төшөрөргә ниәтләй. Әлеге мәлдә сценарий ғына бар. Режиссер «Шүрәле» һәм «Һыу инәһе» поэмаларын, шулай уҡ бер нисә шиғырҙы һайлап алған. Шиғырҙарҙың тексы үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ, улар тематик яҡтан бер-береһе менән бәйле буласаҡ.

«Быға тиклем ошо тема өҫтөндә эшләгәйнек — атайым, актер Марат Исхаҡов Өфөнөң Дим районындағы күлдә Шүрәле ролендә уйнаны. Әлегә проекттың йөкмәткеһе хаҡында һүҙ йөрөтөү иртәрәк, сөнки күп нәмәнең үҙгәреүе ихтимал», — тип һөйләне Рияз Исхаҡов.

«Р.И.Продакшн» киностудияһы финанслау мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә, проект өсөн инвесторҙар эҙләй.

темалар: кино