8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2016 йыл, 13:37

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин менән осрашты. Осрашыу барышында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.

– Һеҙ хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар мәсьәләһендә ярҙам иттегеҙ. 230 миллионы – дөйөм бюджет, һеҙ 218 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәттегеҙ. Аҡсаны 100 процентҡа үҙләштерҙек, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Программала 5 415 кеше ҡатнашты. Был –  планлаштырылған күләмдең 110 проценты. Ҡатмарлы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ осоронда был йәһәттән бик яҡшы эш башҡарҙыҡ. Ошо программа буйынса артабан да шулай эшләйәсәкбеҙ. Республикала Белорет металлургия комбинаты, Нефтекама автозаводы, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҡатнашты.

– Мәшғүллеккә ярҙам итеү программаһына килгәндә, хәҙер беҙ башҡа ведомстволарҙағы коллегаларыбыҙ менән эшләйбеҙ. Былтыр программаны оҙаҡ тикшерҙек һәм ҡатмарлы иҡтисади хәлдә ҡалыу хәүефе янаған предприятиеларҙы һайланыҡ, – тине Максим Топилин.

Республика Башлығы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәттәрҙе дәүләт ҡарамағында булмаған секторға тапшырыу темаһын да күтәрҙе.

– Автономлы коммерцияға ҡарамаған 59 ойошма бушлай һәм уларҙың 59 хужалыҡ йәмғиәте түләүле хеҙмәт күрһәтә. Әлегә барыһы ла һәйбәт, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бында баҙар ойошторҙоҡ, ярты йыл эсендә хеҙмәтләндерелгән кешеләрҙең һаны 16 процентҡа артты. Түләүле хеҙмәттәрҙән алынған килем күләме ике тапҡырға тиерлек – 43 миллиондан 75 миллион һумға тиклем артҡан. Беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә мөмкин.

Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү процесы тураһында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов 2014 йылдың 1 декабренән 83 мең кеше эшен рәсмиләштереүе хаҡында хәбәр итте. Контроль эш 115 процентҡа үтәлгән.

Министр, үҙ сиратында, республиканың халыҡҡа социаль ярҙам өлкәһендәге ҡаҙаныштарын, шулай уҡ демографик хәлде юғары баһаланы.