10 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2016 йыл, 12:32

Рөстәм Хәмитов: «Республикабыҙ талантлы йәштәрҙе йәлеп итеүсе төбәккә әүерелһен өсөн тырышабыҙ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының тәүге осрашыуы сиктәрендә Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы ойошторған йәштәрҙең мәшғүллеге һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдең сәләмләү сессияһында сығыш яһаны.

Бөгөн йәштәр эшкә урынлашыу мәсьәләләрендә етди ҡыйынлыҡтар кисерә, тип билдәләне республика Башлығы. Университетты тамамлаусылар хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланмай. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бының сәбәбе – эш биреүсенең йәш белгестәргә ҡарата мөнәсәбәте, йәштәрҙең хеҙмәт баҙарындағы хәлде белмәүе һәм күпселек йәштәр өсөн һөҙөмтәле хеҙмәттең абруйы кәмеүе.

– 2025 йылға йәштәрҙең 80 проценты юғары белемле буласаҡ, тип иҫәпләп сығарылған. 20 проценты ғына университет тамамламаясаҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Хеҙмәт баҙарында иһә 80 проценттан ашыуын эшсе һөнәрҙәр тәшкил итә.

Ошо проблеманы хәл итеү өсөн республикала кадрҙар әҙерләүҙә дуаль принцип – белем биреү процесын реаль производство  менән берләштереү ғәмәлгә ашырыла.

– Күп функциялы ғәмәли квалификация үҙәктәре лә уңышлы эшләй, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Колледж тамамлаусыларҙың хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡ һәләтен күтәреү өсөн ваҡытлыса эшкә урынлаштырабыҙ. Һуңғы биш йылда ошо программа буйынса 4 меңгә яҡын уҡыу йортон тамамлаусы эшкә урынлаша алды. Ваҡытлыса эшләү осоронда 18-ҙән 20 йәшкә тиклемге эшһеҙҙәр мөһим эшсе һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт күнекмәләрен үҙләштерә.