8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2016 йыл, 11:30

Рөстәм Хәмитов БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының осрашыуында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының тәүге осрашыуын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Сара сифатлы эш урындары булдырыу һәм мәшғүллекте тәьмин итеү сәйәсәтенә арналды.

Осрашыуҙың темаһы хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов хеҙмәт баҙарын камиллаштырыу маҡсатында республикала эш биреүселәр, профсоюздар һәм дәүләттең үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе тупланыуын билдәләне.

– Беҙҙә социаль партнерлыҡтың һөҙөмтәле системаһы яйға һалынған. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының концепцияһына ярашлы, Башҡортостан «Лайыҡлы хеҙмәт» программаһын ҡабул иткән һәм өсөнсө йыл уны уңышлы тормошҡа ашыра, – тине республика Башлығы. – Дөйөм пландарыбыҙ һәм өҫтөнлөктәребеҙ республика килешеүендә билдәләнгән, территориаль, тармаҡ килешеүҙәрендә һәм ойошмаларҙың ете меңгә яҡын коллектив килешеүҙәрендә сағылыш тапҡан. Социаль яуаплы эш биреүселәр реестры булдырылған һәм тулыландырыла. Һөнәри белем биреү учреждениеларында ғәмәли квалификация үҙәктәре үҫешә.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Башҡортостанда рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү буйынса аныҡ саралар күрелә. Былтыр 83 мең кеше эш биреүселәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Ошо эш күләме буйынса республика Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй.

– Беҙ кадрҙарға ихтыяжды күҙаллау менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Эш биреүселәрҙең тармаҡ берекмәләре ҡатнашлығында квалификацияны баһалауҙың төбәк системаһын булдырыу буйынса эш йәйелдерелгән. 32 номинация буйынса һөнәри оҫталыҡ бәйгеләре уҙғарыла. Республика «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша, WorldSkills хәрәкәтенә ҡушылды, – тип һөйләне төбәк етәксеһе. – Мөһим йүнәлеш – йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү, эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу. Оҫталыҡ конкурстары, йәйге һөнәри лагерҙар, предприятиеларға экскурсиялар, заманса производстволар һәм алдынғы технологиялар менән танышыу ойошторола.

Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов Өфөлә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының 100 йыллығына арналған форум уҙғарырға тәҡдим итте.

«2019 йылда Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы булдырылыуға 100 йыл тула. Өфөлә ошо абруйлы ойошманың юбилейына арналған күләмле форум үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Унда яңы шарттарҙа заманса хеҙмәт баҙарын үҫтереү юлдарын тикшерергә мөмкин, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙҙә меңдәрсә ҡунаҡты ҡабул итеү өсөн мөмкинлектәр, осрашыуҙар уҙғарыу өсөн заманса майҙансыҡтар бар».

Рөстәм Хәмитов осрашыуҙа ҡатнашыусыларға емешле эшләүҙәрен теләне һәм барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә, хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.