4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ғинуар 2016 йыл, 10:07

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһында сығыш яһаны

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһаны. Ул полицияның былтырғы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтарына һәм киләһе осорға билдәләнгән бурыстарға арналды.

Рөстәм Хәмитов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү ваҡытында тәртип һаҡлауҙы яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Сит ил делегациялары, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре, туристар хәүефһеҙ төбәктәргә генә килә һәм улар менән хеҙмәттәшлек итә. Был йәһәттән Башҡортостан юғары талаптарға тап килә, – тине төбәк Башлығы. – Дөйөм алғанда, юғары планка – Башҡортостандың «визит карточкаһы» ул. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, былтыр республика яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуын күрһәтте.

Республика буйынса Эске эштәр министрлығы алдында торған бурыстар хаҡында һөйләгәндә төбәк етәксеһе уларҙың кешеләр өсөн эшләргә тигән маҡсаттан сығып ҡуйылыуын билдәләне.

– Беҙ бөтә өлкәләрҙә лә законлылыҡты һаҡлауҙы тәьмин итергә һәм республика халҡының мәнфәғәттәрен яҡларға, ҡала, ауыл урамдарында социаль тотороҡлоҡто, тәртип һаҡлауҙы һәм именлекте нығытырға, иҡтисади, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа эшмәкәрлектә кешенең хоҡуҡтарын ҡыҫыуға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Бында беҙ бер командала эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы һәм пландарҙы тормошҡа ашырыу, халыҡтың власҡа, дәүләткә ышанысын нығытыу күп осраҡта һеҙгә – тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә бәйле.

Республика Башлығы терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш, енәйәттәрҙе иҫкәртеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә эш һөҙөмтәлелеген арттырыу, иҡтисад өлкәһендәге һәм кибер-енәйәттәрҙе бөтөрөү хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булыуын билдәләне.