3 декабрь, Шәмбе

25 ғинуар 2016 йыл, 17:49

Өфөлә БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының осрашыуы уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының осрашыуы уҙа. БРИКС илдәренең хеҙмәттәшлек итеү тарихында бындай сара тәүгә ойошторолған. Фекер алышыу барышында ҡатнашыусылар осрашыуҙың мөһим темаларына үҙ ҡарашын белдерҙе: һөнәри белем биреүҙең сифаты, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәттәрен үҫтереү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу мәсьәләләре һәм хеҙмәт шарттары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шул иҫәптән профессиональ сирҙәр һанын кәметеү.

Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы, Халыҡ-ара социаль тәьмин итеү ассоциацияһы, Бөтә донъя банкының бөгөнгө презентациялары көрсөк шарттарында нисек эш итергә кәрәклегенә йүнәлеш бирер, тигән ышаныс белдерҙе.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының генераль директоры Гай Райдер билдәләүенсә, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы БРИКС дәүләттәренә ярҙам итергә, шул иҫәптән иҡтисади сәйәсәтте, мәшғүллек өлкәһендә сәйәсәтте тикшереү өсөн талап ителгән техник ярҙам күрһәтергә әҙер.

Осрашыу һуңында БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ. Унда хеҙмәт баҙарын рәсмиләштереүгә йүнәлтелгән интеграциялы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, сифатлы мәшғүллек, социаль көсөргәнешлекте кәметеү һәм иҡтисади үҫеште тиҙләтеү  мәсьәләләре сағылыш табасаҡ.