5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2016 йыл, 17:00

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылы «фильм төшөрөү»ҙән башланды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөләге «Родина» кинотеатрында Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы булды. Байрам программаһы «фильм төшөрөү» һәм «хлопушка» тип аталған ҡулайлама менән асылды. Тантанаға килеүселәрҙең барыһы ла: режиссерҙар, операторҙар, актерҙар, тармаҡ ветерандары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре рельстар буйлап йөрөгән кино камераһы тоҫҡауына эләкте. Һәммәһе лә Рәсәй Кинематография үҙәгенә ҡыҙыл келәмдән атлап инде.

Ойоштороусылар кинематографтарҙың штативҡа тәрилкәне һуғып ватыу йолаһын да үтәне. Танылған кино эшмәкәрҙәренең автографтары ҡуйылған тәрилкә киҫәктәрен һәр кем үҙенә иҫтәлеккә алды. Илебеҙ кинематографияһын үҫтереүгә арналған викторина тәүге тауышһыҙ, Рәсәй һәм башҡорт фильмдары хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йыйылыусыларҙы ҡотлап, Республика киномарафонының башланыуы тураһында иғлан итте. Унда республикала ҡалалары һәм райондары ҡатнаша. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Сибай ҡалаһы ҡабул итә, 2016 йылдың декабрендә йыл символы Өфөгә әйләнеп ҡайта.

«Рәсәй киноһы йылы республикабыҙҙа тәүге кино күрһәтеүгә 115 йыл тулыуға тура килде. Былтыр иһә халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивален үткәреүгә башланғыс һалған «Башҡортостан» киностудияһының 25 йыллығын билдәләнек, — тине министр. — Йыл һуңында халыҡтың илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарға ҡыҙыҡһыныуы артыр тип өмөтләнәм».

Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы күрһәтелде. Көн дауамында тамашасылар «Родина» кинотеатрында, шулай уҡ «Простор» һәм «Мегаполис» кинокомплекстарында «Башҡортостан» киностудияһының анимацион, документаль, нәфис фильмдарын ҡарай ала.