8 декабрь, Кесе йома

25 ғинуар 2016 йыл, 15:55

Республикала Төркиәнән индереү тыйылған тауарҙарҙың һатылыуы тураһында «ҡыҙыу линия»ға хәбәр итергә мөмкин

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Төркиәнән индереү тыйылған тауарҙарҙың һатылыуы тураһында «ҡыҙыу линия»ға хәбәр итергә мөмкин. Роспотребнадзорҙың республика идаралығына бушлай шылтыратыу өсөн телефон: 8-800-700-3-058.

Ведомствоның матбуғат үҙәгендә әйтеүҙәренсә, «ҡыҙыу линия» дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй. Шулай уҡ эш ваҡытында яҙма мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Р.Зорге урамы, 58. Электрон почта: rpnrb@02.rospotrebnadzor.ru.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2015 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылдың 1 ғинуарынан Төркиәнән Рәсәйгә индереү тыйылған ауыл хужалығы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек исемлеген раҫланы.