8 декабрь, Кесе йома

25 ғинуар 2016 йыл, 15:23

Синоптиктар был аҙнала төбәктә һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын фаразлай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙнаның тәүге көндәрендә һалҡын булыуы көтөлә, ҡар яуасаҡ, буран сығыуы ихтимал.

Дүшәмбе, 25 ғинуарҙа, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын, урыны менән ҡар яуыуын, айырым райондарҙа буран сығыуын фаразлай. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, көньяҡ-көнсығышта секундына 17 метрға етәсәк. Һауа температураһы көндөҙ -8,-13 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбе, 26 ғинуарҙа, юлдарҙы ҡар һырыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә -14, -19, көндөҙ -10, -15 градус. Ел талғын, һауа температураһы төндә -15, -20, аяҙайтҡанда -25 градусҡаса, көндөҙ -11, -16, урыны менән -21 градусҡа тиклем.

Алдағы көндәрҙә температура күтәреләсәк, яуым-төшөм артасаҡ.