Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында 13-сө урынды биләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы кимәле буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында 13-сө урынды биләне. Рәсәйҙең Финанс министрлығы уҙған йыл өсөн мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Рейтингты илдең Финанс министрлығының бюджет сәйәсәте департаменты заказы буйынса Ғәмәли иҡтисад үҙәге менән берлектә Ғилми-тикшеренеү финанс институты төҙөгән.

Республика министрлығының матбуғат үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк ни бары 71-72-се урындарҙы биләгән.

Төбәктәр тәүҙә раҫланған бюджетҡа характеристика, уны үтәү тураһында йыллыҡ отчет, бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү, аналитика мәғлүмәттәре, финанс контроле, бюджет проекты һәм уға материалдар, дәүләт учреждениеларының эшмәкәрлеге хаҡында асыҡ мәғлүмәттәр, граждандар өсөн бюджет, граждандар өсөн бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлығы өсөн инфраструктура кеүек йүнәлештәр буйынса баһалана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть