4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2016 йыл, 11:27

Төбәктең агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге инвестиция проекттары дәүләт ярҙамы аласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге инвестиция проекттары Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурстың һайлап алыу турын үтте.

Федераль бюджеттан субсидия алыусылар исемлегенә ҡышҡы теплицалар төҙөү буйынса ике һәм сусҡасылыҡ селекция-генетик үҙәген төҙөү буйынса бер проект ингән.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, түгелгән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн федераль ведомство «Алексеевка» совхозының 2,5 гектарлыҡ теплица комплексын төҙөү, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Фәүил Хәбибрахмановтың «Бүздәк» теплица комплексының майҙанын 4,5 гектарға тиклем киңәйтеү һәм «Өфө селекция гибрид-үҙәге»нең саф тоҡомло инә сусҡаларҙың заманса селекция-гибрид үҙәген файҙаланыуға тапшырыу буйынса проекттарын һайлап алған.