Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

22 ғинуарҙа Мәскәүҙә Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды. Төбәк Башлығы Владимир Путинды республикалағы социаль-иҡтисади хәл менән таныштырҙы, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының рәсми сайты.

Төбәктәге төп эш күрһәткестәре хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов уларҙың һәйбәт булыуын билдәләне.

— Сәнәғәт етештереүе, тулайым төбәк продукты, ауыл хужалығы үҫеше темпы буйынса һандар һәйбәт. Инвестициялар 2014 йылға ҡарата 4,5 процентҡа артҡан. Барлығы 2 миллион 650 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, — тине республика Башлығы. Ул Башҡортостанда торлаҡ менән тәьмин итеүҙең артыуын, инвестициялар буйынса яҡшы эш алып барылыуын билдәләне. Был йәһәттән бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҙур ярҙам күрһәтә.

Республика Башлығы төбәктә уҙған йылдың ноябрь айында ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта бизнес форумы уҙғарылыуы хаҡында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов бөгөн тулайым төбәк продуктында төп капиталға инвестициялар күләменең 22,5 процент тәшкил итеүе тураһында хәбәр итте. «Һалым килемдәре 10 процентҡа артҡан, өҫтәүенә республиканың ҙур булмаған дәүләт бурысы бар, бюджеттан яҡынса 22 процент. Финанс министрлығы ла беҙҙе финанстар менән идара итеү йәһәтенән яҡшы яҡтан билдәләй, бурыстарыбыҙ күп түгел».  

Республикала байтаҡ күрһәткестәр буйынса икеләтә, хатта өсләтә үҫешкә өлгәшелгән. «Был тулайым төбәк продуктына, сәнәғәт етештереүе индексына, инвестицияларға, ауыл хужалығына, төҙөлөш эштәренең күләменә лә ҡағыла. Балаларҙың 70 проценты мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп ителгән».

Владимир Путин төбәктең иҡтисади күрһәткестәрен юғары баһаланы.

— Тулайым төбәк продукты ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа артҡан, был, әлбиттә, мөһим күрһәткес, — тине Президент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть