5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2016 йыл, 17:35

Силәбелә башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең юбилейы уңайынан күргәҙмә асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбеләге Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се ҡала китапханаһында танылған башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһе асылды.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә авторҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ уның ижады хаҡында китаптар урын алған.

18 ғинуарҙа башҡорт совет әҙәбиәте классигы Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 105 йыл тулды. Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында указлы мулла ғаиләһендә тыуған. Әҙәби белем алыу теләге уны Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына алып килә. Тап юғары уҡыу йортонда белем алған ваҡытта шағирҙың шиғри һәләте асыла. Ошо йылдарҙа ул «Мәскәү», «Өс йыр», «Республика иртәһе», «Һәйкәл» шиғырҙарын, «Шоңҡар» поэмаһын яҙа. Әҫәрҙәре Ғ.Сәләм псевдонимы аҫтында донъя күрә.

1932 йылда «Тревога» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1937 йылда Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1938 йылда Ғ.Сәләм СССР Фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға ебәрелә. Бында ул менингит менән сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июнендә вафат була.