3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2016 йыл, 17:00

Төбәктә «йорт янындағы» 4000-дән ашыу магазинды «Аҙыҡ-түлек» бренды аҫтында берләштереү күҙаллана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Ҡала проекттарын үҫтереү фонды «йорт янындағы» 4000-дән ашыу магазинды «Аҙыҡ-түлек» берҙәм сауҙа маркаһы аҫтында берләштерергә ниәтләй. 2015 йылдың яҙында фонд «Аҙыҡ-түлек» брендына патент алды. «Аҙыҡ-түлек» проектында ҡатнашасаҡ эшҡыуарҙарға өҫтөнлөктәр ҡаралған. Ағзалыҡ өсөн түләү талап ителмәй. Business FM Өфө радиостанцияһына биргән интервьюла проектты әҙерләүселәр ошо хаҡта һөйләне.

«Был бәләкәй аҙыҡ-түлек магазиндарына, етештереүселәргә ярҙам итеү буйынса фондтың проекты. Сер түгел: беҙҙә ҙур сауҙа селтәрҙәрендә төбәк етештереүселәренең продукцияһын һатыуға йүнәлтелгән программа бар. Был, бер яҡтан, яҡшы, сөнки республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек ҡуйыла, икенсе яҡтан, кибеттәрҙе урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын алырға мәжбүр итәләр. Шул уҡ ваҡытта «йорт янындағы» магазиндар онотола, улар беҙҙә бик күп. Хәҙер республика биләмәһендә генә 4000-дән ашыу шундай кибет бар, шуларҙың 800-гә яҡыны — Өфөлә», — тип һөйләне Ҡала проекттарын үҫтереү фонды директоры Владимир Барабаш.

«Аҙыҡ-түлек» проекты республика етештереүселәре һәм «йорт янындағы» магазиндар араһында маркетинг сараларын булдырыуға йүнәлтелгән. Бында франшиза һатыу тураһында һүҙ бармай, йәлеп итеү кимәлен һәр эшҡыуар үҙе билдәләй.

темалар: сауҙа, бренд