3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2016 йыл, 15:49

Башҡортостан менән Ҡытай агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бер нисә килешеү төҙөнө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан менән Ҡытай агросәнәғәт комплексы өлкәһендә берлектәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра. Улар иҫәбендә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илселегендә төбәктең сәнәғәт һәм туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһында төҙөлгән килешеүҙәр буйынса унға яҡын инвестиция проекты, ауыл хужалығы техникаһын йыйыу, сеймал эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса ҙур проекттар бар.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда бер нисә берлектәге инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. «Джут» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Ҡытайҙың «Yanbian Kangrun Economic & Trade Co. Ltd» компанияһы араһында Бүздәк районында шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү заводын төҙөү һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Илешрапс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән «Чжанчжоу» араһында Благовар районында май культураларын эшкәртеү буйынса завод һалыу хаҡында килешеү төҙөлдө.

«Jiangxi Zhifang Numerical Power Co., Ltd» компанияһы менән бер нисә проектҡа ҡул ҡуйылған. Тәүгеһе «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында Ҡытайҙың «YTO» фирмаһында сығарылған трактор эшләүҙе ойоштороуға бәйле. Икенсеһе — «Башплодородие» предприятиеһында гербицидтарҙы берлектә сығарыу. Өсөнсөһө төбәктә ветеринария препараттарын, мал аҙығы өҫтәмәләрен һәм бал ҡорттары өсөн аҙыҡ, умартасылыҡ ҡорамалдарын әҙерләү, етештереү һәм һатыуға, шулай уҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһында башҡорт балын, башҡа умартасылыҡ продукцияһын һатыуға ҡағыла.

Башҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа бәйләнеше һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы өлкәһендә, артабан да үҫешәсәк, тип билдәләнеләр ведомствола.