3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2016 йыл, 15:02

Өфөлә Заманса һинд киноһы фестивале уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 ғинуарҙа «Родина» кинотеатрында Заманса һинд киноһы фестивале асыла. Тантана көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Был көндә тамашасылар «Ерҙәге йондоҙҙар» фильмын ҡараясаҡ. Фильм 2007 йылда төшөрөлгән, режиссерҙар — Аамир Кхан, Амол Гуптэ.

Тамашасыларға һинд кинематографын бөтөнләй икенсе яҡтан асҡан фильмдар күрһәтеләсәк, тип билдәләне ойоштороусылар. 1 февралдә фестиваль режиссер Санджай Лила Бхансалиҙың «Ялбарыу» драмаһы (2010 йыл) менән дауам итә. 8 февралдә «Өс йүләр» комедияһын (2009 йыл) ҡарарға мөмкин. Режиссеры — Раджкумар Хирани. Заманса һинд киноһы фестивале 15 февралдә режиссер Ракеш Омпракаш Мехраның «Йүгер, Милка, йүгер» драмаһы (2013 йыл) менән тамамлана.