9 декабрь, Йома

22 ғинуар 2016 йыл, 14:30

Республикала Белоруссия ауыл хужалығы техникаһының дилер үҙәген асырға ниәтләйҙәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Белоруссия ауыл хужалығы техникаһының дилер үҙәген асырға ниәтләйҙәр. Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин «Гомсельмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты. Күҙалланыуынса, дилер үҙәге «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында асыласаҡ. Вице-премьер фекеренсә, был импортты алмаштырыу сиктәрендә республика аграрийҙарын техника менән тәьмин итергә, яңы эш урындары булдырырға, урындағы бюджетҡа һалымдар керемен арттырырға ярҙам итәсәк.

Предприятие уңайлы шарттарҙа республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер, тип билдәләне «Гомсельмаш» заводы директоры Александр Камко. Хеҙмәттәшлек урындағы механизаторҙарҙы Белоруссияла етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын ремонтларға һәм яңыртырға өйрәтеүҙе лә күҙ уңында тота.

«Эшлекле осрашыу йомғаҡтары буйынса йыйыу производствоһының берлектәге проекты һәм берлектә етештерелгән мал аҙығы, иген йыйыу техникаһын һатыу буйынса меморандумға ҡул ҡуйылды», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.