10 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2016 йыл, 13:15

Испания инвесторҙары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Испанияның эшҡыуарлыҡ берләшмәһе Башҡортостан менән партнерҙарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Был хаҡта Испанияның Екатеринбургтағы почетлы консулы Франсиско де Борха Родригес Пантоха де Ори Башҡортостандың Урал төбәктәрендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин менән осрашыуҙа белдерҙе. Яҡтар ике яҡлы эшлекле хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен ҡараны һәм иҡтисад мәсьәләләрендә мәғлүмәт менән алмашыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләште.

Испания ҡунағы эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре өсөн республика продукцияһы исемлеген әҙерләүҙәрен һораны. Консул үҙ сиратында Испания инвесторҙарын төбәккә йәлеп итеү өсөн иҡтисад өлкәһендә инвестиция майҙансыҡтары тураһында хаттар яҙасаҡ. Дипломат Амур Хәбибуллинға «Башнефть» компанияһының продукцияһы менән ҡыҙыҡһынған Испания эшҡыуарҙарынан ғаризалар булыуы хаҡында ла хәбәр итте.

Иҡтисади мәсьәләләрҙән тыш, мәғариф темаһы ла күтәрелде. Яҡтар  студенттар менән алмашырға ниәтләй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.