9 декабрь, Йома

22 ғинуар 2016 йыл, 11:49

Республикала Рәсәйҙең иң яҡшы кикбоксерҙары ярыша

фото: Туймазы районы хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кисә Туймазы ҡалаһында кикбоксинг буйынса клубтар араһында Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге башланды. Ярыштарҙа илдең 18 төбәгенән 300-гә яҡын спортсы ҡатнаша.

Форумды ойоштороусылар — Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Дөйөм Рәсәй Кикбоксинг федерацияһы һәм Туймазы районы хакимиәте, шулай уҡ Башҡортостан Хәрби сәнғәт союзы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы, «Наркотиктарһыҙ Башҡортостан» фонды. Форум наркотиктарға кәртә ҡуйыуға йүнәлтелгән «Ҡаршы тороу» проекты сиктәрендә уҙа.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлеге начальнигы Илдар Миңлеәхмәтов, Туймазы район-ара прокуроры Айҙар Уйылданов, Октябрьский ҡалаһында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Алексей Зайцев ҡатнашты.

Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, кикбоксерҙар араһында төп алыштар «Олимпиец» спорт комплексында үтә. Спортсылар фулл-контакт, К1, лайт-контакт һәм поинтфайтинг дисциплинаһында ярыша.

Ярыштар 24 ғинуарҙа тамамлана.