Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Мәскәү режиссеры Мостай Кәримдең повесы буйынса спектакль ҡуя

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Яңы йыл байрамдарынан һуң Салауат дәүләт башҡорт драма театры артистары яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләй башланы. Театрҙа Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» исемле повесы буйынса спектакль ҡуйыла. Уны Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштерә.

«Был повесть Антон Федоровҡа бик яҡын, ул Талбазы ауылы, өләсәһе тураһындағы бала саҡ хәтирәләренә бәйле. Режиссер быуындар алмашыныуын күрһәтергә, ауыл мөхитен тыуҙырырға теләй. Уның ошо спектакль буйынса үҙенсәлекле идеялары бар», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Ролдәрҙе билдәле актерҙар Миңдулла Иҙрисов, Рим Зыязетдинов, Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, Фәтих Ҡолһарин, Ринат Ибәтуллин һәм башҡалар уйнай. Премьера 2016 йылдың 4 мартына билдәләнгән.

Антон Федоров Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. 2006 йылда Щукин исемендәге театр институтын тамамлаған, әлеге ваҡытта шулай уҡ режиссерлыҡҡа уҡый. 2007 йылдан Мәскәүҙәге ике театрҙа эшләй («Другой театр», «Практика»).

Теги: театрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть