10 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2016 йыл, 9:56

2015 йылғы диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса төбәктә 190 мең самаһы кеше сәләмәт тип табылған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда уҙғарылған диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда йәшәүсе 189 836 кеше сәләмәт тип табылған. Уның тәүге этабында 714 300 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Табиптарҙың һүҙҙәренсә, диспансеризация үтеү күҙәтеү йәки махсус медицина ярҙамын күрһәтеүҙе талап иткән сирҙәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә. Былтыр диспансеризация республика халҡының йышыраҡ ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан яфаланыуын күрһәтте (31,1 процент), икенсе урында — эндокрин (26,3), өсөнсөлә — бәүел-енес системаһы ауырыуҙары (9,7).

Социаль әһәмиәтле сирҙәрҙән 536 яман шеш, 1805 шәкәр диабеты, 6151 йөрәк ишемияһы осрағы теркәлгән.

Халыҡҡа диспансеризация үткәреүҙә 89 медицина учреждениеһы ҡатнашҡан. Диспансеризация өсөн мобиль медицина бригадаларын ҡулланып 42 850 кеше тикшерелгән.

2019 835 кеше диспансеризацияның икенсе этабына ебәрелгән.