Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән. Башҡортостанстат ағымдағы йылдың 11 ғинуарынан 18-нә тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың үҙгәреүе тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. Кишерҙең килограмы уртаса 2,3 процентҡа (25,59 һум), аш тоҙо (8,99), башлы һуған (23,76), тауыҡ йомортҡаһының бер тиҫтәһе (62,58) 1,3 процентҡа арзанайған. Алманың (81,29, минус 1 процент), ҡарабойҙайҙың (57,39, минус 0,8 процент), макарондың (43,74, минус 0,5 процент) хаҡы төшкән.

Статистиктар иҫәпләүенсә, пастеризацияланған һөттөң (40,39 һум), үҫемлек майының (99,82) хаҡы тотороҡло. Һыйыр ите (294,34 һум) 1,6 процентҡа, аҡ май (353,74) — 0,9, сусҡа ите (243,82), тауыҡ ите (120,38) 0,8 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Яңы йыл байрамдарынан һуң статистиктар аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың артыуын билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть