3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2016 йыл, 16:52

Башҡортостан — торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында лидер

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан — йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында лидер һәм йән башына иҫәпләнгән торлаҡты сафҡа индереү буйынса бишенсе урын биләй. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, былтыр финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә республикала дөйөм майҙаны 2690,7 мең квадрат метрлыҡ 34,5 мең фатир сафҡа индерелгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата күрһәткес 1,5 процентҡа артҡан. 1000 кешегә 661 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Халыҡ үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 1571,5 мең квадрат метрлыҡ 13,7 мең шәхси йорт һалған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 7 процентҡа кәмегән. Уларҙың торлаҡ төҙөлөшө структураһындағы өлөшө — 58,4 процент. Республика предприятиелары һәм ойошмалары сафҡа индергән торлаҡ күләме 16,4 процентҡа артҡан һәм 1119,2 мең квадрат метр тәшкил иткән. Шуларҙың 117,8 мең квадрат метры (10,5 проценты) эконом класлы торлаҡ стандарттарына тап килә.