3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2016 йыл, 15:45

Төбәктә төрлө ағыуланыуҙан йылына 575 кеше вафат булған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Былтыр Башҡортостанда төрлө ағыуланыуҙан 575 кеше вафат булған, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы. Уларҙың 200-ө — сифатһыҙ алкоголле эсемлек, 63-ө — дарыу, 36-һы — наркотиктар ҡулланыуҙан үлгән, 95-е һөрөм газы менән ағыуланған, башҡа осраҡтар — 217 (көнкүреш химияһы препараттары, сәнәғәт газдары һәм парҙары, ағыулы хайуандар).

Республикала 3686 киҫкен ағыуланыу осрағы теркәлгән, шуларҙың яртыһы тиерлек (1675) спиртлы эсемлектәрҙән зыян күргән. Улар араһында 33 бәлиғ булмағандар ҙа бар. 20 бала һәм үҫмер — наркотиктар менән ағыуланған 88 кеше иҫәбендә.

Дөйөм алғанда, ағыуланыуҙар күрһәткесе 100 мең халыҡҡа 90,5 тәшкил иткән (2014 йылда — 85,1).