Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй киноһы йылына арналған күргәҙмә асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

25 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да республиканың Милли музейында «Башҡортостанда кино тарихы» тигән күргәҙмә асыла. Сара Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә уҙғарыла.

Күргәҙмә эштәре бүлеге мөдире Алһыу Мөфтәхова хәбәр итеүенсә, күргәҙмә төбәктә кинопрокат һәм кино төшөрөү тарихын яҡтырта. Экспонаттар араһында фильм төшөрөү өсөн тарихи предметтар бар. Кинофикация тарихындағы мөһим мәлдәрҙе сағылдырыу өсөн республиканың Милли архивынан уникаль документтар ҡуйылған.

Күргәҙмә эшләгән ваҡытта режиссерҙар, актерҙар менән осрашыу, фильмдар ҡарау, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади кисәләр ойоштороу ҡаралған. Адресы: Совет урамы,14. Телефон: 273-50-27.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть