11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2016 йыл, 14:28

Пенсия фонды: «2016 йылда әсәлек капиталы 2015 йылғы кимәлдә ҡала — 453 026 һум»

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2016 йылда әсәлек капиталы күләме 2015 йылғы кимәлдә ҡала — 453 026 һум. Башҡортостандың пенсия ведомствоһы яңы йылда әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланыу варианттарын тәҡдим итә.

Әсәлек капиталын инвалид балаларҙың социаль яраҡлашыуы өсөн тауарҙар һатып алыуға йүнәлтеү мөмкинлеге мөһим яңылыҡ буласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең тейешле исемлеген, шулай уҡ әсәлек капиталы аҡсаһын уларҙы һатып алыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләрен раҫлағас, Пенсия фонды сертификат эйәләренән ғаризалар ҡабул итә башлай.

Был программа ике йылға оҙайтылды. Хәҙер әсәлек капиталына хоҡуҡ алыу өсөн сабыйҙың 2018 йылдың 31 декабренә тиклем тыуыуы йәки уллыҡҡа алыныуы шарт.

2016 йылда сертификат хужаларынан 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғариза йыйыу ҙа дауам итә. Быға 2015 йылдың 31 декабренә тиклем сертификат алған йәки юллаған, әсәлек капиталын тулыһынса файҙаланмаған ғаиләләр хоҡуҡлы.