5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2016 йыл, 13:09

«Бөтә Өфө» телеканалының репортажы «Киң мәғлүмәт саралары сағылышындағы ҡала-2015» халыҡ-ара конкурсында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Бөтә Өфө» телеканалының репортажы «Киң мәғлүмәт саралары сағылышындағы ҡала-2015» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Светлана Нәзирова менән Руслан Аҡбашевтың «Визит в Поднебесную: Уфа-Цицикар-Шэньян» исемле фильмы «Евразия иҡтисади союзы: беренсе йыл. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеше тәжрибәһе һәм мөмкинлектәре» номинацияһында билдәләнде.  

«Ошо халыҡ-ара награда беҙҙең өсөн үтә мөһим, сөнки был — һөнәри эшмәкәрлегебеҙгә генә түгел, былтыр йәй баш ҡалабыҙҙа донъяуи сара ойошторған ҙур команданың эшенә баһа», — тине «Бөтә Өфө» телекомпанияһы директоры Алина Сөләймәнова.

27 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Ҡалаларҙың Евразия иҡтисади союзына инеүе шарттарында киң коммуникация сараларының роле» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә бүләкләү тантанаһы уҙа.

Белешмә. «Киң мәғлүмәт саралары сағылышындағы ҡала» тип аталған дүртенсе конкурс «Мегаполис: ХХI быуат» халыҡ-ара форумы барышында үткәрелде. Сараны Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең башҡарма комитеты, Дәүләт Думаһы, Дөйөм Рәсәй Муниципаль берәмектәр конгресы, Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидара советы менән берлектә Баш ҡалалар һәм ҙур ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы ойошторҙо.