4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2016 йыл, 12:01

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайлайҙар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәү һылыуҡайы-2016» гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн кастинг иғлан ителгән. Тәүге һайлап алыу турында туған телен яҡшы белгән, йыр-бейеүгә һәләтле, шиғырҙар яҙған 16-24 йәштәге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» «Фотокастинг-2016» тигән махсус альбомда фотоһүрәттәрегеҙҙе урынлаштырырға кәрәк.

Фотоларын ебәргән гүзәлдәрҙең барыһы ла киләһе турға үтә. Унда иң сибәр башҡорт ҡыҙы исеменә дәғүә итеүселәрҙе үҙҙәре менән таныштырыу, бейеү, дефиле, интервью кеүек һынауҙар көтә.

Башҡорт һылыуҡайын конкурстың режиссеры Гөлнара Ибраҡова, ойоштороусылар Фатима Янбаева, Азат Бадранов, хореограф Нәзир Байегетов, режиссер һәм Башҡортостан юлдаш телеканалының махсус хәбәрсеһе Гөлназ Ғәлимуллина, 2014 йылда еңеүсе булған Әлфиә Килдейәрова, топ-модель Анжелика Якусева һайлаясаҡ. Финалды 5 мартта уҙғарыу күҙаллана. Еңеүсе «Һылыуҡай-2016» республика матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнаша.

«Беҙ йыл һайын ойошторолған күркәм сараға әҙерләнә башланыҡ. Башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы Мәскәүҙә 2013 йылдан бирле үткәрелә. Бәйгене «Сулпан» ижад студияһы ағзалары әҙерләй. Интернетта фотокастинг иғлан иттек», — тип һөйләне конкурстың режиссеры һәм жюри ағзаһы Гөлнара Ибраҡова.