6 декабрь, Шишәмбе

21 ғинуар 2016 йыл, 11:14

Февраль айында төбәктә пенсия 4 процентҡа арта

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Быйыл февралдә эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховкалау пенсияларын индексациялау күләме 4 процент тәшкил итәсәк. Апрелдә дәүләт пенсия тәьминәте буйынса, шул иҫәптән социаль пенсиялар 4 процентҡа индексациялана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә.

Эшләмәгән пенсионер статусы 30 сентябргә ҡарата билдәләнә. Шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар 2015 йылдың 31 декабренә тиклем Пенсия фондында иҫәптә торһа, улар эшләүсе тип иҫәпләнә.

Рәсәй Пенсия фонды 2015 йылдың 30 сентябренән һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡан бөтә пенсионерҙарға ла февраль индексацияһын иҫәпкә алып страховкалау пенсияһын алыу өсөн ваҡытында ғариза бирергә кәңәш итә.