Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Алдағы ике йылда республикала 20 яңы мәктәп төҙөләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Алдағы ике йылда Башҡортостанда 7397 урынлыҡ 20 дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөүҙе тамамлау күҙаллана.

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда 1597 уҡыусыға иҫәпләнгән дүрт объект төҙөләсәк. Улар араһында Стәрлетамаҡтың Көнбайыш биҫтәһендә 1000 урынлыҡ мәктәп, Федоровка ауылында 375 урынлыҡ мәктәп, Ғафури районының Табын ауылында 162 урынлыҡ коррекция мәктәбе, Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында 60 урынлыҡ мәктәп (25 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән) бар.

2017 йылда 5800 уҡыусыға иҫәпләнгән 16 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Иң ҙурҙары — Димдә 825 урынлыҡ, баш ҡаланың Колгуев биҫтәһендә — 550, Стәрлетамаҡта — 1000, Баҡалы ауылында 825 урынлыҡ мәктәп. Бынан тыш, 2017 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 550 урынлыҡ мәктәпте төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана.

Уҙған йылдың аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте 2016-2025 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға йүнәлтелгән программаны раҫланы. Документҡа ярашлы, ошо осорҙа башланғыс мәктәптә икенсе смена бөтөрөләсәк, тағы ла биш йылдан һуң 5-9 класс уҡыусылары иҫке мәктәптәрҙән яңыларына күсереләсәк. Программа сиктәрендә район-ҡалаларҙа мәктәптәр яңыртыласаҡ һәм яңы белем усаҡтары төҙөләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть