9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2016 йыл, 17:55

«Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында Өфө тураһында яңы проект башлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 20 ғинуарҙа киске сәғәт 8-се яртыла «Рәсәй-1.Башҡортостан» телеканалында «Хәбәрҙәр Өфө» тип аталған яңы тапшырыу башлана.

«Төп бурысыбыҙ — баш ҡалабыҙ хаҡында күберәк мәғлүмәт биреү. Өфө — миллионлы ҡала, заманса мегаполис һәм күп ваҡиғалар республика яңылыҡтары араһында юғалып ҡалды. Хәҙер Өфө хәбәрҙәре яңыса яңғыраясаҡ», — тип билдәләне «Башҡортостан» ДТРК-ның генераль директоры Азамат Сәлихов.

Һәр шаршамбы эфирға сығасаҡ тапшырыуҙы Юлия Краснова алып бара.

«Беҙ республиканың баш ҡалаһында барған хәл-ваҡиғалар тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ һөйләргә теләйбеҙ. Өфөләрҙе борсоған барлыҡ проблемалар, ҡала хужалығының нисек эшләүе хаҡында бәйән итәсәкбеҙ. Ябай халыҡтың тормошо ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Ысынында иһә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙең күбеһе кадр артында ҡала. Хәҙер ошоларҙың барыһы ла халыҡтың, тамашасыларҙың ҡаҙанышы булыр, тип ышанам», — тине Бөтә Рәсәй телерадиокорпорацияһының төбәк филиалы директоры.

«Хәбәрҙәр Өфө» сығарылышын айырым ижади төркөм әҙерләй. Мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте етәксеһе Ирина Фәйрушина һүҙҙәренсә, «яңы телепроектта бер ниндәй ҙә негатив һәм криминал булмаясаҡ».

Өфө яңылыҡтарынан тыш, тиҙҙән тамашасылар «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналында «Ҡала технологиялары» һәм «Өфө буйлап йөрөү» тапшырыуҙарын ҡарай аласаҡ. Әлеге ваҡытта ике программа ла эфирға әҙерләнә.