10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2016 йыл, 16:00

Баш ҡалала төбәктең юл тармағындағы төп проблемаһы хаҡында һөйләнеләр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың юл тармағындағы төп проблемаһы — финанслауҙың етешмәүе. Ошо хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов матбуғат конференцияһында белдерҙе.

«Республикабыҙҙа барлыҡ кәрәкле материалдар — ҡырсынташ, ҡом-гравий ҡатнашмаһы бар. Төбәк биләмәһендә нефть эшкәртеү заводтары эшләй, йәғни беҙҙә битум менән проблема юҡ. Юл тармағының төп проблемаһы — финанслау. Аҡса булһа, юлдарҙы ла күберәк һаласаҡбыҙ. Тейешле законда юл фондының ниндәй өлөштәрҙән тороуы хаҡында яҙылған. Беренсенән, акциздар. Икенсенән, транспорт һалымы, уның күләме йылына уртаса 1,8-1,9 миллиард һум тәшкил итә. Өсөнсөнән, зыянды ҡаплау. Былтыр ошо статья буйынса 278 миллион һум аҡса кергән. Дүртенсеһе — федераль субсидиялар. Был суммаға юлдар һалабыҙ, төҙөкләндерәбеҙ», — тип һөйләне Рим Ғиләжетдинов.

Уның һүҙҙәренсә, 2016 йылда юл фондының күләме 11,1 миллиард һум тәшкил итә.